Балтас районында йәш ғаиләлә игеҙәк ҡыҙҙар тыуған16.04.2025
Фото: Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты

Балтас районында йәш ғаиләлә игеҙәк ҡыҙҙар тыуған

Башҡортостанда йәш ғаиләлә игеҙәк ҡыҙҙар тыуған. Был хаҡта республиканың юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетынан хәбәр иттеләр. Атай кеше ведомствоға сабыйҙары тыуыу тураһында таныҡлыҡ алырға килгән.


Игеҙ балалар тыуыуҙы теркәү тантанаһы Балтас районының ЗАГС бүлегендә 15 апрелдә үтте. Йәш ата-әсә Ләйсән һәм Азамат Әхмәтйәновтар ҡыҙҙарына Азалия һәм Амалия тип исем ҡушҡан. Улар – ғаиләлә тәүге балалар.


Игеҙәктәрҙән беренсе булып Азалия донъяға ауаз һалған. Был исем йәш ата-әсәләр араһында бик популяр, ул «сәскә» тигәнде аңлата. Амалия икенсе булып тыуған. Быйыл урындағы ЗАГС бүлегендә ошондай исемле ҡыҙҙар теркәлмәгән. Был исем «эшһөйәр» тигән мәғәнәгә эйә.


«Игеҙәктәр тураһында белгәс, бәхетебеҙҙең сиге булманы. Беҙҙең нәҫелдә игеҙәк балалар бар», — ти бәхетле атай.


ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре ғаиләне сабыйҙары тыуыуы менән ҡотланы һәм уларға һаулыҡ, бәхет теләне. Ата-әсәләргә тыуыу тураһында таныҡлыҡтар менән бергә символик бүләктәр тапшырылды.


Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостанда «батша» игеҙәктәре тыуған.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-04-16/v-bashkirii-v-molodoy-semie-rodilis-devochki-dvoynyashki-4200360



Вернуться назад