Яҡташ ҡыҙыбыҙ «Ҡыйыулыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнде
Әлшәй районы ҡыҙы махсус хәрби операция барышында күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн II дәрәжә «Ҡыйыулыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ булды. Был хаҡта муниципалитет башлығы Наил Әбелғужин үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.
«Бөгөн «Косми» позывнойлы ҡыҙға II дәрәжә «Ҡыйыулыҡ өсөн» миҙалын тапшырҙым. Көслө ихтыярлы нәфис ҡыҙ ысын көстөң физик тәндә генә түгел, ә рухлы булыуҙа икәнен иҫбатланы», – тип билдәләне район етәксеһе.
«Косми» махсус хәрби операцияға 2023 йылдың ғинуарында юлланған. Махсус хәрби операцияға тиклем медицина колледжында уҡыған, республика ковид-госпиталендә эшләгән.
«Ситтә тороп ҡала алманым һәм хәрби хеҙмәтте һайларға булдым. Алғы һыҙыҡта төрлө бурыстарҙы үтәнем. Хәрби хеҙмәткәрҙәргә гуманитар йөк ебәргән кешеләргә ҙур рәхмәт, был беҙҙең бик мөһим. Еңеү беҙҙең яҡта булыр!» – тине «Косми».