Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә сертификаттар биреү шарттары үҙгәрҙе
Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә сертификаттар биреү шарттары үҙгәрҙе. Хөкүмәттең ҡайһы бер ҡарарҙарына үҙгәрештәр индереү тураһында ҡарар хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, һүҙ реабилитацияға сертификаттар биреү шарттарында үҙгәрештәр хаҡында бара.
«Үҙгәрештәргә ярашлы, хәҙер тәьмин итеүсенең инвалидтарға, балаларға һәм өлкәндәргә, реабилитация хеҙмәттәре күрһәтеү менән бәйле сығымдарын субсидиялау Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенә йөкмәтелә. Әлегә тиклем бының өсөн Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге яуаплы ине. Шул уҡ ваҡытта субсидиялар алыуға ғаризалар «Электрон бюджет» системаһы аша ғына ҡабул ителә. Тағы ла бер мөһим яңылыҡ: ваҡыт үтеү менән Төбәктең техник реабилитация саралары исемлегендәге ҡайһы бер позицияларҙы яңыларына алмаштырырға мөмкин», — тип белдерҙеләр ведомствола.