“Башыңды ҡомға йәшереп йәшәүҙең ҡыҙығы юҡ”21.06.2012
“Башыңды ҡомға йәшереп йәшәүҙең ҡыҙығы юҡ”Вил ӨМӨТБАЕВ, техник фәндәр докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһы Тәбиғәт фәндәре академияһының почетлы академигы:

— Яңыраҡ “Әбйәлилдә — 150, Белорет районында 28 кеше “Башҡортостан” гәзитенә яҙылған” тигән һүҙҙе ишетеп аптыраным да, уңайһыҙландым да. Был райондар миңә бик яҡын — үҙем Әбйәлилдең үҙәге Асҡарҙа тыуғанмын, бала сағым 60-сы йылдарҙан бирле Белорет районына ҡараған Мөхәмәт ауылында үтте. “Башҡортостан” гәзитен 1965 йылдан уҡыйым. Хатта өс йыл сит илдә эшләгән дәүерҙә СССР-ҙың илселеге аша “Совет Башҡортостаны”н алдырҙым.
Гәзит аша мин республикабыҙҙың һулышын тоям, власть “тәгәрмәсенең” ниндәй йүнәлештә әйләнгәнен күҙәтәм, уға ҡарата халыҡтың ҡарашы менән танышам, ҡыуанам да, ҡайһы ваҡыт борсолам да. Гәзит биттәрендә яҡтыртылған көнүҙәк мәсьәләләр, уларҙы хәл итеү юлдары менән ҡыҙыҡһынам, тәнҡит күҙлегенән үткәрәм.
Халҡыбыҙҙың яҙмышы, башҡорт теленең киләсәге тураһындағы материалдарҙы ҡыҙыҡһынып уҡыйым һәм үҙемә үҙем: “Ә бында һинең өлөшөң ниндәй?” — тигән һорау бирәм. Гәзиттең һәр һанын иғтибар менән уҡып барыу һөҙөмтәһе өҫтәмә белем биреүсе юғары уҡыу йортон тамамлауға тиңдер, тигән фекерҙе әйтергә батырсылыҡ итәм. “Башҡортостан” гәзитен уҡымаһам да йәшәрмен әле”, тип уйлаған әҙәмдәргә былай тип яуап бирер инем: “Страус кеүек башыңды ҡомға йәшереп йәшәүҙең һис ҡыҙығы юҡ”.


Вернуться назад