Республикала М-7 федераль трассаһының яңы участкаһы ябыла
Башҡортостандың Транспорт министрлығында М-7 федераль трассаһының яңы участкаһын ябыу тураһында белдерҙеләр. 2025 йылдың 16 апреленән 16 июненә тиклем Дүртөйлө, Илеш һәм Саҡмағош райондарында М-7 трассаһының яңы участкаһында (Исәмәт, Үрге Йәркәй, Лаяшты, Ишҡар, Әсән ауылдары аша урау юлда) барлыҡ транспорт өсөн хәрәкәт ябыла.
Бында юл хәрәкәте менән автоматлаштырылған идара итеү системаһын ҡороу эштәре башҡарыла. М-7 Волга трассаһының иҫке йүнәлеше буйынса машиналар өсөн урау маршрут ойошторолған.
Бынан алдараҡ Башинформ Өфөлә баҡсасылар өсөн автобус маршруттары асылыуы хаҡында хәбәр иткәйне.