Туҡталыштарҙа – мәхшәр21.06.2012
Туҡталыштарҙа – мәхшәрЭлекке дәүерҙә туҡталыштан туҡталышҡа иркен һәм ҡаршылыҡһыҙ йөрөүсе “Башавтотранс” автобустарына, троллейбустарға ҡара көндәр килде. 13 – 15-әр урынлы бөтмөр “Газель”, “Мерседес”тар, һә тигәнсе уларҙың юлын ҡыйып, туҡталыш майҙанын өҙлөкһөҙ биләй. Урын өсөн көрәштә автобустарҙың “сәкәләшеүе” бөгөн ғәҙәти күренешкә әүерелде. Маршрут ҡағыҙы буйынса эш көнөн башлаусы автобустарҙы, кескәй автобустарҙан тыш, рөхсәтһеҙ кеше ташыу менән шөғөлләнгән еңел машиналар ҙа ҡыҫырыҡлай.

— Баш ҡалала 6 меңдән ашыу автобус халыҡты хеҙмәтләндерә, — тип һөйләй “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы етәксеһе Алексей Клуг. — Ә халыҡ иҫәбенә ярашлы пассажирҙар йөрөтөү өсөн транспорттың һаны ҡалала бер мең ярымдан да артмаҫҡа тейеш. Ҡала хакимиәте менән үҙ-ара килешеү төҙөмәй рөхсәтһеҙ хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнеүселәр, беҙҙән айырмалы рәүештә, һалым да түләмәй, тимәк, улар, башбаштаҡланып, юлдан бушлай файҙалана...
Республикабыҙҙың автомобиль транспорты профсоюздары тарафынан ошондай ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларында ойошторолған пикет урындағы хакимиәттәргә хәлде төҙәтеү өсөн иҫкәртеү булып яңғыраны. Әле Өфө ҡалаһы хакимиәте иғлан иткән конкурс нигеҙендә пассажир транспорты хужалары менән килешеү төҙөлә һәм шул нигеҙҙә хеҙмәтләндереүгә рөхсәт биреләсәк.
Тағы шуныһы хәлде ҡатмарлаштыра: Федераль закон буйынса пассажирҙар йөрөтөү хоҡуғына эйә булыу өсөн бары тик бер документ —лицензия ғына талап ителә, башҡа бер ниндәй ҙә рөхсәт кәрәкмәй. Тимәк, шәхси транспорт хужаһы унан рөхсәт даулағаны өсөн эске эштәр һәм башҡа ойошма хеҙмәткәренә суд аша дәғүә белдерергә хаҡлы. Закондың ҡапма-ҡаршылыҡтарына ҡарамаҫтан, Нефтекама, Учалы, Бөрө, Октябрьский ҡалаларында “Башавтотранс” һәм шәхси пассажир ойошмаларының эшмәкәрлеге үҙ-ара хеҙмәттәшлек һәм дөйөм маршрут ҡағыҙҙары нигеҙендә ойошторола һәм был йәһәттән проблемалар юҡ.
Таяҡтың ике башы бар. Өфөлә рөхсәтһеҙ пассажирҙар йөрөтөү тыйылһа, меңәрләгән водитель эшһеҙ ҡаласаҡ, был үҙ сиратында социаль көсөргәнешлеккә килтермәҫме?
Марат МОРАТОВ.


Радик БАКИРОВ, пассажир:
Мин һәр ваҡыт талғын йөрөүсе “НефАЗ” автобусына ултырам. Йән-фарман “осоусы” “газел”дәрҙе енем һөймәй, шундай “лихач”ҡа ултырып, күршем һәләкәткә тарыны.
Юрий КАЛИТОВ, пассажир:
Ҙур автобуста ялҡып бөтәһең, бик аҡрын йөрөй, етмәһә, һәр туҡталышта оҙаҡ туҡтап тора. Шуға күрә микроавтобустар ҡалала күберәк булырға тейеш, улар — уңайлы һәм тиҙ йөрөүсе транспорт.


Вернуться назад