Республикала +18° тиклем йылыта
Башҡортостанда көндәр әкренләп йылыта башлай. Башгидромет синоптиктары фаразы буйынса, бөгөн, 15 апрелдә, яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Көндөҙ һауа +10, +15° тиклем йылына.
Иртәгә, 16 апрелдә, урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Төндә 0, +5° булыуы көтөлә, көндөҙ һауа температураһы +13, +18° тиклем күтәрелә.
https://www.bashinform.ru/news/social/2025-04-15/v-bashkirii-potepleet-do-18-4198176