Эштән ҡайтышлай почта бүлексәһенә индем. Халыҡ сиратҡа теҙелгән, ә касса артында – бер генә хеҙмәткәр. Һәр кем йомошон тиҙерәк хәл иткеһе килә. Ахыры бер ир түҙмәне:
– Оҙаҡ бит, ҡайҙа икенсегеҙ?
– Ҡайҙа булһын, эштән китте.
– Белмәйем, һеҙҙә ҡасан тәртип булыр…
Ысынлап та, бөгөн почта хеҙмәтендә етешһеҙлектәр йырып сыҡҡыһыҙ, аңлашылмаусанлыҡтар күп.
“Рәсәй Почтаһы” компания идаралығы аппаратының һәм Волга буйы федераль округындағы филиалдары етәкселәренең Өфөлә уҙған төбәк кәңәшмәһе тармаҡтағы ошоноң кеүек проблемаларҙы хәл итеүгә арналғайны. Беренсе кварталдың эш һөҙөмтәләре, 2012 йылда почта хеҙмәтенең үҫеше, хеҙмәтләндереүҙең сифатын күтәреү көн тәртибендә торҙо.
Пленар ултырышта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов, элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов ҡатнашты.
– Бөгөн беҙ ике төп мәсьәлә тураһында һүҙ алып барасаҡбыҙ: беренсеһе почта хеҙмәте күрһәтеүҙең сифаты хаҡында булһа, икенсеһе яңы хеҙмәттәр күрһәтеү тураһында, – тине сараны асып, “Рәсәй Почтаһы”ның генераль директоры урынбаҫары Игорь Мандрыкин. Ул тармаҡтағы проблемаларҙы хәл итеү юлдарын бергәләп эҙләү, эштең сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итеү өсөн филиал етәкселәре алдына тармаҡтың “ауыртҡан урындарын” билдәләү бурысын ҡуйҙы.
Илшат Тажетдинов кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы республика почта идаралығы коллективының урындағы иҡтисадҡа, халыҡҡа киң хеҙмәт күрһәтеүгә тос өлөш индереүен, шулай уҡ алыҫ ауылдарға корреспонденция һәм гәзит-журналдар ташыу буйынса әһәмиәтле эш атҡарыуын билдәләне.
Башҡортостан филиалының етәксеһе Ирек Ғәлимов белдереүенсә, беҙҙә лә проблемалар етерлек. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта бер нисә бүлексә урынлашҡан бинаның һаман да хужаһы билдәләнмәгән. Шул сәбәпле уларҙа йүнәтеү эштәрен башҡарыу тыйыла, ә был үҙ сиратында почта хеҙмәтенә аяҡ сала.
Борис Мелкоедов был сараның һөҙөмтәһен киңерәк планда күрергә теләген белдерҙе.
– Кәңәшмәлә тотош Волга буйы федераль округының почта тармағы мәсьәләләрен хәл итерлек проекттар ҡабул ителһә, эштең һөҙөмтәһе күренер, алға китеш мотлаҡ булыр ине, – тине министр.
Почта социаль әһәмиәтле эш башҡара: ул ҡайһы берҙә урындарҙа дәүләт вәкиле рәүешендә сығыш яһай. Форум барышында Башҡортостан Хөкүмәте менән “Рәсәй Почтаһы” компанияһы араһында республикала почта элемтәһен камиллаштырыу һәм үҫтереү өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.
– “Рәсәй Почтаһы” Башҡортостанда ҙур селтәрле филиал булып тора. Беҙ уның менән артабан да тығыҙ бәйләнеш тоторға, айырыуса дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтерергә һәм киңәйтергә ниәтләйбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды килешеүгә ҡул ҡуйғанда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов.
Фаил ҠЫЛЫСБАЕВ.