Республика халҡы «Ҡыҙыл ҡәнәфер» акцияһына ҡушыла ала11.04.2025

Республика халҡы «Ҡыҙыл ҡәнәфер» акцияһына ҡушыла ала

Башҡортостанда йәшәүселәр «Ҡыҙыл ҡәнәфер» акцияһына ҡушылырға мөмкин. Ветерандарға ярҙам акцияһы 10 апрелдә башлана һәм 22 июнгә тиклем дауам итә.


«Ҡыҙыл ҡәнәфер» — Рәсәйҙә иң ҙур хәйриә акцияларының береһе. Уны «Быуындар хәтере» хәйриә фонды үткәрә. Йыйылған аҡса Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына медицина ярҙамы күрһәтеүгә йүнәлтелә.


Быйыл «Ҡыҙыл ҡәнәфер»гә илдең 83 төбәге ҡушыла. Улар иҫәбендә Башҡортостан да бар. Апрелдән июнгә тиклем ҡалаларҙың төп урамдарында һәм күләмле сараларҙа ветерандарға ярҙам итеү өсөн иғәнә йыялар. Теләгән һәр кем взносты ҡулаҡса менән бирергә йәки QR-код ярҙамында күсерергә мөмкин. Акцияла ҡатнашыусыларға ҡыҙыл ҡәнәфер рәүешендәге значок тапшырыла.


«Ҡыҙыл ҡәнәфер» акцияһы 2016 йылдан алып үткәрелә. Былтыр акцияла Рәсәйҙең 79 төбәгенән ирекмәндәр ҡатнашҡан. Партнерҙар менән бергә улар 1,5 миллионға яҡын значок таратҡан.  


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-04-11/zhiteli-bashkirii-mogut-prisoedinitsya-k-aktsii-krasnaya-gvozdika-4193981



Вернуться назад