Башҡортостанда йорттарҙың 87,3% селтәрле газ менән тәьмин ителгән11.04.2025
Фото: Олег Яровиков

Башҡортостанда йорттарҙың 87,3% селтәрле газ менән тәьмин ителгән

Башҡортостанда торлаҡ фондының 87,3% селтәрле газ менән тәьмин ителгән. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙған. Әлеге күрһәткес башҡа төбәктәргә ҡарағанда юғарыраҡ, әммә республикаға үҫешергә кәрәк. Атап әйткәндә, республика «Газпром» предприятиелары менән уртаҡ проекттарҙы бойомға ашыра. 


«Улар – беҙҙең ышаныслы партнерҙар, бергәләп республикала тормошто яҡшыраҡ һәм уңайлыраҡ итергә тырышабыҙ. Уртаҡ проекттарҙы һәм программаларҙы бойомға ашырыуҙы дауам итәбеҙ, темптарҙы кәметмәйбеҙ», – тип яҙа Радий Хәбиров.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021-2025 йылдарҙа газ менән тәьмин итеүҙе һәм газ үткәреүҙе үҫтереү программаһы сиктәрендә 44 ҡасаба-ара газ үткәргес төҙөлгән (494,6 километр). Ошо уҡ осорҙа 78 тораҡ пунктта 2572 йорт газға тоташтырылған. Федераль газификация программаһы ғәмәлгә ашырыла. 2021 йылдан башлап республикала 72 328 ғариза бирелгән, шуларҙың 59,5 меңе үтәлгән. Башҡортостанда халыҡтың айырым категориялары өсөн газ үткәреүгә сертификаттар тапшырыла, баҡса ширҡәттәренә газ һуҙыу программаһы эшләй.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-04-11/v-bashkirii-87-3-domov-obespecheny-setevym-gazom-4193724





Вернуться назад