Илтабан һыуһаҡлағысына аҡҡоштар төшкән11.04.2025

Илтабан һыуһаҡлағысына аҡҡоштар төшкән

Учалы районында урынлашҡан Илтабан һыуһаҡлағысына 50-гә яҡын аҡҡош осоп килгән. Был турала «Башинформ»ға республиканың Экология министрлығынан хәбәр иттеләр.


«Ирәмәл» тәбиғәт паркы хеҙмәткәре Артур Мирсәйетов төшөргән видеола йылы яҡтан ҡайтҡан ҡоштарҙың үҙҙәрен яҡшы тойоуы һәм һыу ятҡылығында аҙыҡ эҙләүе күренә.


Бынан алда «Башинформ» «Асылыкүл» тәбиғәт паркына аҡҡоштарҙың килеүе хаҡында яҙғайны.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-04-11/na-vodohranilische-v-bashkirii-zametili-mnozhestvo-lebedey-4194470



Вернуться назад