Өфөлә «Мотоцикл» махсус операцияһы башланды11.04.2025

Өфөлә «Мотоцикл» махсус операцияһы башланды

Бөгөн Өфөлә «Мотоцикл» иҫкәртеү сараһы башланды. Баш ҡала дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, был мотоцикл водителдәре ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү һәм уларҙың юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәүен тәьмин итеү өсөн ойошторола. Транспорт йөрөтөү өсөн тейешле документы булмаған, һаҡланыу шлемы кеймәгән, шулай уҡ теркәлмәгән мототранспорт менән идара иткән водителдәрҙе асыҡлауға айырыуса иғтибар йүнәлтелә.


Талаптарға яуап бирмәгән транспорт махсус туҡталҡаға ҡуйыла. Был саралар 18 апрелгә тиклем дауам итә.


Хәбәр иткәнебеҙсә, Өфөлә 14 йәшлек мопед водителе аварияға осраған.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-04-11/v-gai-ufy-soobschili-o-starte-spetsoperatsii-mototsikl-4194079



Вернуться назад