Алдағы көндәрҙә лә республикала ҡар яуыуы ихтимал11.04.2025
Фото: Валерий Шахов

Алдағы көндәрҙә лә республикала ҡар яуыуы ихтимал

Алдағы көндәрҙә лә Башҡортостанда ҡар яуыу ихтималлығы һаҡлана. Синоптиктар фаразы буйынса, бөгөн көндөҙ урыны менән епшек ҡар һәм ямғыр яуыуы мөмкин. Иртән айырым райондарҙа боҙлауыҡ булыуы, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы көтөлә. Ел көнбайыштан, көнсығыштан талғын, көньяҡта көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +3,+8°.


Шәмбе, 12 апрелдә, төндә урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуыуы ихтимал, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡтан, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -4,+1°, көндөҙ +6,+11°.


Йәкшәмбе, 13 апрелдә, урыны менән бер аҙ ямғыр, төндә ҡар ҡатыш ямғыр. Ел төнбяҡтан, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -2,+3°, көндөҙ +8,+13°.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-04-11/v-blizhayshie-dni-v-bashkirii-sohranitsya-veroyatnost-snega-4193361



Вернуться назад