Май айында республика мәктәптәрендә ҡыңғырау урынына һуғыш йылдары йырҙары яңғырай10.04.2025

Май айында республика мәктәптәрендә ҡыңғырау урынына һуғыш йылдары йырҙары яңғырай

Май айында мәктәптәрҙә ҡыңғырау урынына һуғыш йылдары йырҙары яңғырай. Был хаҡта ТАСС Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцовҡа һылтанып хәбәр итә.


«Ҡыңғырау урынына музыка» проекты сиктәрендә май айында мәктәптәрҙә Бөйөк Ватан һуғышы тураһында йырҙарҙан музыка яңғырай», — тине ул 2025 йылда «Үлемһеҙ полк» акцияһын ойоштороуға арналған матбуғат конференцияһында.


5 майҙа илдең бөтә мәктәптәрендә Бөйөк Ватан һуғышы тураһында «Мөһим һөйләшеү» дәресе үткәрелә, тип өҫтәне министр.


Сергей Кравцов мәктәптәрҙә һәм колледждарҙа «Үлемһеҙ полк» акцияһы ойоштору тураһында ла әйтте.


«Үлемһеҙ полк» акцияһы илебеҙҙең барлыҡ мәктәптәрендә һәм колледждарында ойошторола. Былтыр акцияла 10 миллион уҡыусы ҡатнашты. Быйыл уларҙың һаны артыр тип ышанабыҙ», — тине ул.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-04-10/v-shkolah-bashkirii-v-mae-vmesto-zvonkov-budut-zvuchat-pesni-voennyh-let-4192741



Вернуться назад