Башҡортостан Енәйәт кодексына кибермутлашыусыларға ҡаршы төҙәтмәләр тәҡдим итергә йыйына10.04.2025
Фото: Валерий Шахов

Башҡортостан Енәйәт кодексына кибермутлашыусыларға ҡаршы төҙәтмәләр тәҡдим итергә йыйына

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Енәйәт кодексына кибермутлашыусылар менән көрәште көсәйтеүгә йүнәлтелгән төҙәтмәләр индерергә ниәтләй. Ҡарарҙы апрелдә Дәүләт Думаһының пленар ултырышында ҡабул итерҙәр көтөлә, тип хәбәр итә Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәте.


Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, бындай тәҡдим киберенәйәттәрҙең артыуы менән бәйле. Әлеге Енәйәт кодексындағы тейешле статьялар улар менән көрәш яңы ғына башланған саҡта төҙөлгән. Шуға күрә суд практикаһында бәхәсле хәлдәр килеп тыуа, енәйәтсе еңел яза менән генә ҡотолорға мөмкин. Мәҫәлән, картанан 2500 һумға тиклем аҡса урлау урлашыу һәм мутлашыу тип квалификацияланырға мөмкин (икенсе осраҡта административ яуаплылыҡҡа тарттырыуҙары һәм штраф һалыуҙары ихтимал). Башҡортостан депутаттарының башланғысы ике төрлө аңлатманы бөтөрөүгә йүнәлтелгән.


Бынан алда «Башинформ» кибермутлашыусыларҙан һаҡланыу ысулдары тураһында хәбәр иткәйне.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-04-10/bashkiriya-predlozhit-popravki-v-ugolovnyy-kodeks-protiv-kibermoshennikov-4191694



Вернуться назад