Радий Хәбиров республикала йәшәүселәрҙе юлдарҙа иғтибарлыраҡ булырға саҡырҙы10.04.2025

Радий Хәбиров республикала йәшәүселәрҙе юлдарҙа иғтибарлыраҡ булырға саҡырҙы

Башҡортостан Башлығы Республика йорто балконынан ҡар яуғанын видеоға төшөрөп, социаль селтәрҙәге сәхифәһендә күрһәтте. Радий Хәбиров водителдәрҙе трассаларҙы ябырға әҙерләнеүҙәре тураһында иҫкәртте һәм юлда һаҡ булыуҙарын һораны.


«Республикабыҙҙа бөгөн бына шундай һауа торошо. Быға ғәжәпләнәһе түгел – быйыл яҙ иртә килде. Әле ҡайһы бер трассаларҙы ябыу мәсьәләһен хәл итәбеҙ.


Бөтә муниципаль хеҙмәттәрҙе, юл хеҙмәттәрен, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығын һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетын ошондай һауа торошона ярашлы эшләргә саҡырам. Юлға сығырға йыйынһағыҙ, бигерәк тә иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!» — тине республика етәксеһе.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-04-10/radiy-habirov-predupredil-chto-v-bashkirii-mogut-zakryt-trassy-4192465



Вернуться назад