Өфөнән авиаосоштарҙың иң популяр йүнәлештәре билдәле булды09.04.2025
Фото: Ксения Калинина

Өфөнән авиаосоштарҙың иң популяр йүнәлештәре билдәле булды

Әлеге ваҡытта Өфөнән Мәскәүгә көн һайын 16-ға яҡын авиарейс, Санкт-Петербургҡа иһә көн дә 7 рейс башҡарыла. Бынан тыш, йәйгеһен Рәсәй курорттарына (Сочи, Минеральные Воды, Махачкала) көн һайын 7 рейс башҡарыу планлаштырыла. Был хаҡта журналистарға Өфө аэропортының коммерция директоры Денис Никитин хәбәр итте.


Бынан тыш, популяр йүнәлештәргә (Төркиә, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Ҡытай, Таиланд) көн һайын 7-9 рейс башҡарыла. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, быйыл яңы йүнәлештәр ҙә асылды: Таулы Алтай, Санья (Ҡытай), Тбилиси һәм башҡалар.


«Өфө» халыҡ-ара аэропорты 36 авиакомпания менән хеҙмәттәшлек алып бара. Ул 65 йүнәлеш, шул иҫәптән 17 халыҡ-ара йүнәлеш буйынса осоштар тәҡдим итә. Марттан аэропорт йәйге расписаниеға күсте.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-04-09/nazvany-naibolee-populyarnye-napravleniya-aviapereletov-iz-ufy-4190592



Вернуться назад