Аҙна аҙағында республикала ҡар яуыуы ихтимал
Аҙна һуңында Башҡортостанда ҡар яуыуы ихтимал. Синоптиктар фаразлауынса, алдағы төндәрҙә һауа темп һауа температураһы 0°, ә йомаға -2° булыуы көтөлә.
Бөгөн, 9 апрелдә, республикала урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы, ҡайһы бер райондарҙа күк күкрәүе ихтимал. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +10, +15°, көньяҡта +20°.
Кесе йома, 10 апрелдә, төндә урыны менән, көндөҙ бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана. Ел көнбайыштан, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 0, +5°, көндөҙ +7, +12°, көньяҡ-көнсығышта +17° тиклем.
Йома, 11 апрелдә, төндә ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы, көнбайышта яуым-төшөмһөҙ булыуы, көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Төндә һәм иртән айырым райондарҙа боҙлауыҡ, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы фаразлана. Ел көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -2, +3°, көндөҙ +5, +10°.