Хеҙмәт министрлығы май айында ял көндәре тураһында хәбәр итте08.04.2025

Хеҙмәт министрлығы май айында ял көндәре тураһында хәбәр итте

Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығында май байрамдарында ял көндәре хаҡында иҫкә төшөрҙөләр.


«1 май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы, 9 май – Еңеү көнө ял көндәре булып тора. Хеҙмәткәрҙәрҙең ял һәм байрам көндәрен рациональ файҙаланыу өсөн Рәсәй хөкүмәте ҡарары менән ялдар 4 ғинуарҙан 2 майға һәм 23 февралдән 8 майға күсерелде.


Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында 1-4 майҙа, шулай уҡ 8-11 майҙа ял итәбеҙ.


Алты көнлөк эш аҙнаһында 1 һәм 4 май, шулай уҡ 8, 9 һәм 11 май – ял көндәре», — тиелә ведомство белдереүендә.


2025 йылда 1 май кесаҙнаға тура килә, шуға шаршамбы, 30 апрелдә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.


1 һәм 9 майҙағы байрам көндәре отпусктың календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-04-08/v-mintruda-bashkirii-utochnili-prodolzhitelnost-mayskih-vyhodnyh-4189364



Вернуться назад