Бынан бер йыл элек республикала Башҡортостан райондарының әҙәби картаһын баһалау буйынса марафон башланғайны. Һәр китапхана селтәре үҙенең төбәгендә тыуып үҫкән яҙыусыларҙы индереп, әҙәби карта проекты эшләне. Конкурсҡа тәҡдим ителгән биш тиҫтәнән ашыу эш араһында ейәнсуралар икенсе урынға лайыҡ булғайны. Быйыл проектты ғәмәлгә ашырып, улар шул картаға ингән яҙыусыларҙы үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡырҙы. Был сара ысын мәғәнәһендә китап һөйөүселәр, ижадсылар һәм мәғрифәтселәрҙең байрамына әүерелде.
Бәрәкәтле Ейәнсура төбәгенән йәнтөйәкте данлар сәсәндәр, аҡыл эйәләре, яҙыусылар күп сыҡҡан. Ерәнсә сәсән, белем-мәғрифәт нурын сәскән Мстислав Ҡулаев, Булат Ишемғол, пьесалары Рәсәй һәм Европа сәхнәләрендә ҡуйылған Азат Абдуллин, Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәсән Назар, халыҡ ғәме менән янып йәшәгән әҙибә Мәрйәм Бураҡаева, үҙенсәлекле талант эйәһе шағир Мәхмүт Һибәт... Ғорурлыҡ менән был исемдәрҙе тағы ла байтаҡ теҙеп китергә була тип әйтә алабыҙ.
Байрамда сит яҡтарҙа йәшәгән әҙиптәрҙән башҡа, йәнтөйәктең ырыҫын арттырып, яҡташтарын данлап ижад иткән һүҙ оҫталары, тыуған яҡты өйрәнеүселәр Закир Исхаҡов, Харис Теләмов, Марат Түләбаев һәм башҡаларҙың ҡатнашыуы ла бик ҡыуаныслы булды.
Һәр ауыл китапханасыһы үҙенең төбәгенән сыҡҡан ижадсы хаҡында ҡыҫҡаса ғына һөйләгәндән һуң, әҙиптең үҙенә һүҙ бирелде. Ҡунаҡтар ижад емештәре менән уртаҡлашты, борсоған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләште. “Ер-һыуыбыҙ, халҡыбыҙ өсөн һынылышлы заманда, намыҫ һәм әхлаҡ нигеҙҙәре ҡаҡшап торғанда, күңелендә ил ғәме булған һәр ҡайһыбыҙ тупланып, бер-беребеҙгә ярҙам итеп эшләргә тейешбеҙ”, — тине хужалар һәм ҡунаҡтар. Халыҡ үҙ шәхесен күтәрһә, шәхес тә халҡын күтәрә. Был хаҡта башҡорт халҡының ҡобайырында ифрат образлы һәм фәһемле итеп әйтеп бирелгән. “Бөлөр илдең балаһы бер-беренә бахыр, ти, булыр илдең балаһы бер-беренә батыр, ти”. Бөтөн изге эштәр кешеләрҙең иленә, еренә, үҙенә ихтирамынан башлана. Сал тарихта яҡты эҙ ҡалдырған Бикбау бейҙең ҡәбер урынын табып, уны тәрбиәләү, хәстәрлек күреү мәсьәләһен дә ҡуҙғатты байрамға йыйылған яҙыусылар. “Үҫәргән ырыуының тарихын яҙған ваҡытта, Бикбау ауылы ҡарттарынан һорашып ауылдың элек Кесе Һүрәм буйындағы Аждаһа ятыуы буйында булғанын белдем, — тип һөйләне тыуған яҡты өйрәнеүсе Маһинур Мозафарова. — Шул ваҡытта ҡарттар Бикбау бейҙең һәм уның дүртенсе ҡатыны сәсәниә һәм әүлиә Аҡһылыуҙың ҡәбер урындарын күрһәткәйне. Ҡәбер өҫтөндә ағастан, ә уның өҫтөндәрәк таштан бура бар ине. Иҫәнғолда һыу һаҡлағыс төҙөлгән ваҡытта таштарын төҙөлөшкә тип алдылар. Шунан ағас бура ла юҡҡа сыҡты”.
Ҡунаҡтар шулай уҡ райондың тыуған яҡты өйрәнеү музейында ла булды, байтаҡ тәҡдим яһаны. Район һабантуйында ҡатнашып, уңғандарҙың ҡаҙаныштары менән ғорурланды, йырсылар һәм бейеүселәрҙең сығыштары, ат сабышы менән хозурланды. “Киләсәктә бындай осрашыуҙарҙы тағы ла киңерәк, бөтә әҙәбиәт һөйөүселәрҙе йәлеп итеп үткәрергә ниәтләйбеҙ”, — ти район китапханалары селтәре директоры Нәзирә Кәримова. Ниәт бар икән, һөнәренең оҫталары булған уңған һәм ихлас кешеләр эшләгәндә, ул мотлаҡ тормошҡа ашыр.
С. НӘЗИРОВ.