Башҡортостанда +20° тиклем йылыта
Башҡортостанда көндәрҙең 20° тиклем йылытыуы көтөлә. Синоптиктар фаразынса, бөгөн көндөҙ һауа +10, +15°, көньяҡта +19, +17° тиклем йылына. Бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын.
Шишәмбе, 8 апрелдә, урыны менән бер аҙ ямғыр. Ел төндә йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын, көндөҙ көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +2, +7°, төньяҡта -3° тиклем, көндөҙ +15, +20°.
Шаршамбы, 9 апрелдә, төндә урыны менән бер аҙ ямғыр, көндөҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе мөмкин. Республиканың көньяҡ-көнсығышында яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +4, +9°, көндөҙ +9, +14°, көньяҡ-көнсығышта +16, +21°.