Башҡортостанда ҡыҫҡа эш аҙнаһы башланды
Башҡортостанда ҡыҫҡа эш аҙнаһы башланды. Быйыл Ураҙа байрамы йәкшәмбегә, 30 мартҡа, тура килде, ә ял көнө дүшәмбегә, 31 мартҡа, күсерелде. Ошо уңайҙан республика халҡы өс көн рәттән ял итте.
Киләһе оҙайлы ялдар иһә май айында көтөлә. Рәсәй хөкүмәте 23 февралдәге ялды 8 майға күсерҙе.
8 марттағы ял көнө 13 июнгә күсерелә. Шулай итеп, рәсәйҙәрҙең йәйҙең тәүге айында дүрт көн рәттән ял итеү мөмкинлеге бар.