Ҡара диңгеҙҙә 200 тонна нефтле ҡалдыҡтар йыйып алынған01.04.2025

Ҡара диңгеҙҙә 200 тонна нефтле ҡалдыҡтар йыйып алынған

Мазут ағыу эҙемтәләрен бөтөрөү башланғандан алып Анапа һәм Темрюк районы яры буйында 200 тоннанан ашыу нефтле ҡалдыҡтар йыйып алынған, тип хәбәр итә РИА Новости.


Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 19 пляжда водолаздар ике мең тапҡырҙан ашыу диңгеҙ төбөнә төшөп, 3,1 мең квадрат метр майҙанды тикшергән.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылдың 15 декабрендә Керчь боғаҙында ике нефть танкеры һәләкәткә осрағайны.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-04-01/v-chyornom-more-sobrano-200-tonn-neftesoderzhaschih-othodov-4179319


 



Вернуться назад