Ҡотлайбыҙ!21.06.2012
Ҡырмыҫҡалы районының Шәрипҡол ауылында йәшәүсе ҡәҙерле туғаныбыҙ Хәмитов Илфат Зиннәт улын 50 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Илле йәшкә еткән ир-егеттәр
“Ил ағаһы” тигән дан ала.
Ҡылған ғәмәлдәре өлгө булһа,
Әйткән һүҙе хаҡлыҡ һанала.

Юлдар оҙон, йылдар тыныс булһын,
Ҡояш һипһен һәр саҡ йылыһын.
Аҡ бәхеттең, шатлыҡ-ҡыуаныстың
Бирһен Хоҙай иң-иң олоһон.

Иң изге теләктәр юллап туғандарының исеменән
Фәүзиә апайың менән
Фәрхетдин еҙнәң Нәғимовтар.


Вернуться назад