Башҡортостанда йәшәүселәр өсөн яңы Өфө-Таулы Алтай йүнәлеше асыла03.04.2025
Фото: Ксения Калинина

Башҡортостанда йәшәүселәр өсөн яңы Өфө-Таулы Алтай йүнәлеше асыла

Башҡортостан халҡы өсөн яңы Өфө-Таулы Алтайға йүнәлеше асыла. Тура рейс менән 3 июндән башлап осорға мөмкин. «Азимут» авиакомпанияһы маршрутты шишәмбе көндәрендә 100 пассажир өсөн иҫәпләнгән Superjet 100 самолеттарында башҡара.


Өфөнән осоштар иртәнге 8-се 5 минутта планлаштырыла. Кире йүнәлештә иһә көндөҙгө 2-се 10 минутта. Һәр аэропорт өсөн урындағы ваҡыт. Ҡалалар араһындағы юлға 3 сәғәт 5 минут ваҡыт китә, тип хәбәр иттеләр Өфө аэропортының матбуғат хеҙмәтенән.


Бынан алдараҡ Башинформ авиакомпанияның Өфөнән Батумиға тура рейстарҙы тергеҙеүе хаҡында хәбәр иткәйне.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-04-03/dlya-zhiteley-bashkirii-otkryvaetsya-novoe-napravlenie-ufa-gorno-altaysk-4182242



Вернуться назад