Йондоҙҙар атылғанда...21.06.2012
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы айҡанлы “Йондоҙҙар атылғанда” тигән мәрхәмәтлек концерты үтте. Сараны Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, “Физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәрҙең реабилитация үҙәге”, “Әсә йөрәге” әсәләр советы ойошторҙо.
Бала күңеле саф шишмәгә тиң. Таҙа, эскерһеҙ, ихлас. Уйҙары изге, хыялдары яҡты, күңеле моңло... Эйе, тап ошо моңло күңелгә эйә булған, ләкин физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҡатнашлығында әҙерләнде был мәрхәмәтлек кисәһе. Сара театр алдындағы майҙанда байрамға килеүсе балаларҙың асфальтҡа һүрәт төшөрөүе менән башланып китте. Төрлө әкиәт геройҙары бәйгелә ҡатнашыусыларҙы дәртләндереп, улар өсөн көйөп-янып ярҙам итеп торҙо. Унан һуң байрамдың төп ҡунаҡтары үҙ-ара спорт ярыштарында көс һынашты. Еңеүселәр тәмле бүләктәр алып ҡыуанды.
Мәрхәмәтлек кисәһенең төп өлөшө — концерт та балаларҙың, уларҙың ата-әсәләренең, уҡытыусыларының күңеленә хуш килде. Сөнки был тамашала билдәле театр һәм эстрада йондоҙҙары менән берлектә “Физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәрҙең реабилитация үҙәге” тәрбиәләнеүселәре лә сығыш яһаны. Башҡортостандың, Рәсәйҙең һәм Татарстандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Нурия Ирсаева, танылған ҡурайсы, Ш. Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаттары — Роберт Юлдашев, данлыҡлы ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов менән Рушан Атанғолов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азамат Ғафаров менән Илмир Исмәғилев, Башҡортостандың халыҡ артисы Зөлфиә Ҡудашева менән Кәүсәриә Ғәзизова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Алһыу Бәхтиева менән Лилиә Нуриева, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Руслан Сәйфетдинов менән Камила Рәхимова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә Ишемйәрова менән Айгөл Ибраһимова, шулай уҡ Рөстәм Сурағолов, Диана Протопопова кеүек талантлы артистар башҡарыуындағы йыр-моң тамашасының күңел түренә үтеп инде, хатта ҡайһы берҙәренең күҙендә йәш күренде.
“Йондоҙҙар атылғанда” мәрхәмәтлек кисәһе физик мөмкинлектәре сикләнгән балаларға матди яҡтан ярҙам ҡулы һуҙыу ғына түгел, ә тәү сиратта уларға — нескә күңелле, яҡты йөрәкле ҡыҙ һәм малайҙарға — йылы хис-тойғо өләшеү маҡсатында ойошторолдо. Ә быныһы иң мөһиме.
Гөлсәсәк ҒӘБИТОВА.


Вернуться назад