Туймазыла ике йәшлек малай 26 магнит шарын йотҡан04.04.2025

Туймазыла ике йәшлек малай 26 магнит шарын йотҡан

Башҡортостанда ике йәшлек малай конструкторҙың 26 магнит шарын йотҡан. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, ата-әсә уйнап йөрөгән баланың йүткерә башлауына һәм бер нисә магнит шарының юғалыуына иғтибар иткән. Малайҙы Туймазы үҙәк район дауаханаһына килтергәндәр. Рентгенограмма үткәргәндән һуң уның магнит шарҙарын йотоуы асыҡланған.


Кескәй пациентты санитар авиация менән республика балалар клиник дауаханаһына оҙатҡандар. Табиптар сабыйға операция яһап, магнит шарҙарын алған. Хәҙер баланың һаулығына бер ниндәй ҙә хәүеф янамай.


https://www.bashinform.ru/news/medicine/2025-04-04/v-bashkirii-2-letniy-malchik-proglotil-26-magnitnyh-sharikov-4184071



Вернуться назад