Алдағы өс көндә Башҡортостанда йылы һауа торошо көтөлә28.03.2025
Фото: архив

Алдағы өс көндә Башҡортостанда йылы һауа торошо көтөлә

Алдағы өс көндә Башҡортостанда йылы, яуым-төшөмһөҙ һауа торошо көтөлә. Башгидромет хәбәр итеүенсә, һауа көндөҙ +13° тиклем йылына.


28 мартта яуым-төшөмһөҙ. Ел көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +1, -4°, көнсығышта -9° тиклем, көндөҙ +7, +12°.


29 мартта ла яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 0, -5°, көндөҙ +8, +13°.


30 мартта йәнә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 0, -5°, көндөҙ +8, +13°.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-03-28/v-blizhayshie-tri-dnya-v-bashkirii-budet-tyoplaya-pogoda-4175732



Вернуться назад