Марттың һуңғы көндәрендә республикала +12° тиклем йылыта27.03.2025
Фото: Валерий Шахов

Марттың һуңғы көндәрендә республикала +12° тиклем йылыта

Март айының һуңғы көндәрендә республикала +12° тиклем йылыта, тип хәбәр итә Башгидромет.


Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 27 мартта, көндөҙ һауа +7, +12° тиклем йылына. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Яуым-төшөм көтөлмәй.


Йома, 28 мартта, шулай уҡ яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә 0, -5°, көндөҙ +7, +12°.


Шәмбе, 29 мартта, яуым-төшөм фаразланмай. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә 0, -5°, көндөҙ +7, +12°.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-03-27/v-poslednie-dni-marta-v-bashkirii-potepleet-do-12-4174129



Вернуться назад