Башҡортостанға календарь яҙ килде26.03.2025

Башҡортостанға календарь яҙ килде

Башҡортостанға календарь яҙ килде. Метеорологтар телендә был уртаса тәүлек температураһы 0° күтәрелде тигәнде аңлата.


Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, шаршамбы, 26 мартта ҡояшлы һауа торошо көтөлә. Ел көньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа көндөҙ +5, +10 градусҡаса йылына.


Кесаҙна, 27 мартта, шулай уҡ яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә 0, -5°, көндөҙ +7, +12°.


Йома, 28 мартта, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә 0, -5°, көндөҙ +7, +12°.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-03-26/v-bashkiriyu-prishla-kalendarnaya-vesna-4172332



Вернуться назад