Башҡортостанда өс йылда ЭКО ярҙамында 1335 сабый тыуған25.03.2025
Фото: Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы

Башҡортостанда өс йылда ЭКО ярҙамында 1335 сабый тыуған

Башҡортостанда өс йыл эсендә ЭКО ярҙамында 1335 сабый донъяға килгән. Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.


«Мотлаҡ медицина страховкалауы аҡсаһы иҫәбенә финансланған бушлай экстракорпораль аталандырыуға (ЭКО) квоталар артыуы һөҙөмтәһендә күп парҙар ата-әсә булыу бәхетенә ирешергә мөмкин. Әгәр 2022 йылда 1834 квота бүленһә, 2025 йылда уларҙың һаны 2489-ға етте. Программаны киңәйтеү бала табырға теләгән ғаиләләр өсөн яңы мөмкинлектәр аса», — тип белдерҙеләр ведомствола.


https://www.bashinform.ru/news/medicine/2025-03-25/blagodarya-eko-za-tri-goda-v-bashkirii-rodilis-1335-malyshey-4171579



Вернуться назад