Ураҙа байрамында баш ҡаланың ҡайһы бер урамдарында хәрәкәт сикләнә25.03.2025
Фото: Өфө хакимиәте

Ураҙа байрамында баш ҡаланың ҡайһы бер урамдарында хәрәкәт сикләнә

30 мартта мосолмандар Рамаҙан айы ураҙаһының тамамланыуын билдәләй. Өфөлә байрам 23 мәсеттә иртәнге сәғәт 8-ҙә йәмәғәт намаҙынан башлана.


Мэриянан хәбәр итеүҙәренсә, таңғы 6-нан көндөҙгө 3-кә тиклем Туҡай урамында – Цюрупанан Зәйнулла Рәсүлевҡа тиклем һәм Комаров урамында – «Ләлә-Тюльпан» мәсете янында ситке уң һыҙатта хәрәкәт сикләнә. Өфөләрҙән һәм баш ҡала ҡунаҡтарынан маршруттарын алдан билдәләүҙәрен һорайҙар.


Майҙансыҡтарҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн полиция, йәмәғәт именлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәренең һәм табиптарҙың дежурлығы ойошторола. Мәсеттәрҙең адрестарын һәм сараларҙың ваҡытын бында ҡарарға мөмкин.


Бынан алдараҡ Башинформ Радий Хәбировтың Рамаҙан айында барыһына ла тырышырға кәңәш биреүе тураһында хәбәр иткәйне.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-03-25/v-ufe-na-uraza-bayram-ogranichat-dvizhenie-po-ulitsam-goroda-4171881



Вернуться назад