Республикала сабыйҙарҙы уллыҡҡа алыусылар отпускыға иҫәп тота ала25.03.2025

Республикала сабыйҙарҙы уллыҡҡа алыусылар отпускыға иҫәп тота ала

Бер сабыйҙы уллыҡҡа алған рәсәйҙәр бала тыуғандан һуң 70 көнлөк, әгәр ике һәм унан күберәк баланы уллыҡҡа алыу тураһында һүҙ барһа, 110 көнлөк отпускыға иҫәп тоторға хоҡуҡлы. Рәсәй хөкүмәте ошо ярҙам сараһын 2031 йылдың 1 сентябренә тиклем оҙайтыу тураһында ҡарар ҡабул итте. 


Шулай уҡ уллыҡҡа алыусыларға йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособие кеүек пособие түләнә. Ошо ваҡыт үткәндән һуң баланы өс йәшкә тиклем тәрбиәләү буйынса отпуск алырға мөмкин. 


Бынан алдараҡ Башинформда «Башҡортостанда 2025 йылда балалы ғаиләләргә ниндәй матди ярҙам ҡаралған» тигән яңыртылған лонгрид баҫылып сыҡты. 


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-03-25/usynoviteli-mladentsev-vprave-rasschityvat-na-otpusk-4171213



Вернуться назад