Сәлиә Мырҙабаева: “Бындай осрашыуҙар бик кәрәк”20.06.2012
Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаеваның инициативаһы менән 15 июндә Әбйәлил районында халыҡты ҡабул итеү ойошторолдо. Сара дүрт сәғәттән ашыу дауам итте. 30-ға яҡын кеше төрлө аңлатма, кәңәш һорап, ялыуҙар һәм ғаризалар менән мөрәжәғәт итте.
Торлаҡ һәм ер мәсьәләләре иң киҫкен көнүҙәк проблемалар иҫәбенә инә. Сара барышында Сәлиә Мырҙабаева уларҙы хәл итеү мөмкинлеген тапты: мәсьәләләрҙең бер өлөшөн хеҙмәттәр һәм ведомстволар ҡараны, ҡайһы берҙәрен депутат шәхси контроленә алды. Асыҡланыуынса, байтаҡ ҡына мәсьәләләрҙе урындағы власть органдары кимәлендә лә хәл итергә мөмкин икән.
Ҡабул итеү барышында шулай уҡ эшкә урынлашыу, инвалидлыҡ ваҡытын оҙайтыу, дарыу менән тәьмин итеү буйынса мөрәжәғәттәр ҡаралды. Мәҫәлән, Әбйәлил районының ветерандар советы депутатҡа граждандарҙың льготалы категорияларын дарыу менән тәьмин итеү мәсьәләһен контролгә алыуҙы үтенде. Ветерандар ауыл ерендә медицина ярҙамы күрһәтеүҙе камиллаштырыу зарурлығын билдәләне. Ҡушай ауылында йәшәгән Г. Ишбирҙина депутатҡа балалар һаны аҙ булған мәктәп хеҙмәткәрҙәре исеменән мөрәжәғәт итте. Уның фекеренсә, бәләкәй мәктәптәрҙә бер юлы бер нисә класс менән эшләгән уҡытыусыларға пенсия бүтән схема буйынса иҫәпләнергә тейеш. Асҡар ауылынан Г. Ирғәлинаның мөрәжәғәтенән күренеүенсә, уның эшкә урынлашыу мәсьәләһе бына өс йыл инде хәл ителмәй. Сәлиә Мырҙабаева үҙәк район дауаханаһы етәкселеге менән проблеманы урында хәл итте һәм дүрт бала әсәһенә дауахананан эш урыны табылды.
Депутатҡа ярҙам һорап ҡына килмәнеләр. Табип-офтальмолог Г. Шаһыбалова Сәлиә Мырҙабаеваға республикалағы медицина хеҙмәткәрҙәре тураһында даими хәстәрлек күргәне, ауылдарҙа дауаханаларға йәш белгестәрҙе йәлеп итеүҙә ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Әйткәндәй, Әбйәлил үҙәк район дауаханаһында әле кадрҙарға ҡытлыҡ юҡ тиерлек. Ә бит ундайҙар республикала күп түгел.
Күсмә ҡабул итеү барышында эшҡыуарҙар өсөн “түңәрәк өҫтәл” һәм бушлай юридик консультация ойошторолдо. Сәлиә Мырҙабаеваның ауыл эшҡыуарлығын үҫтереүгә булышлыҡ итеү проекты Башҡортостандың Йәш эшҡыуарҙар ассоциацияһы тарафынан хупланды. Ассоциация етәкселәре ҡатнашлығындағы юридик ҡабул итеүҙәр Күмертау ҡалаһында, Күгәрсен, Баймаҡ райондарында үтте. Асҡар ауылындағы йәш эшҡыуарҙарҙы юридик ярҙам, субсидия алыу, бизнесты үҫтереү өсөн аҡса табыу мәсьәләләре ҡыҙыҡһындырҙы. Уларҙың барыһына ла тейешле аңлатмалар, кәңәштәр бирелде.
— Мөрәжәғәттәрҙе ентекле ҡараныҡ, мәсьәләләрҙе урында хәл иттек, йә иһә уны сисеү юлдарын аңлаттыҡ, — тине депутат. — Был осрашыу халыҡты шәхси ҡабул итеү кеүек эш алымының кәрәклеген һәм һөҙөмтәлелеген тағы ла бер тапҡыр раҫланы. Бөтәһе лә, айырыуса алыҫ райондарҙа йәшәүселәр, Өфөлә депутат ойошторған ҡабул итеү сараһына килә алмай. Күсмә ҡабул итеүҙәр мәсьәләләрҙе йылдам хәл итеү, йәмғиәттә психологик шарттарҙы яҡшыртыу мөмкинлеген бирә, шулай уҡ власҡа ышанысты арттыра. Шуға күрә беҙ был эште мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ.
Әбйәлил районына эш сәфәре барышында Сәлиә Мырҙабаева “Яҡтыкүл” шифаханаһы коллективы менән дә осрашты, республикалағы шифаханаларҙы үҫтереү мәсьәләләре тураһында һөйләште. Депутат Таштимер ауыл врач амбулаторияһында булды. “Һаулыҡ” милли проектына ярашлы, амбулатория бер нисә йыл элек кенә яңынан төҙөлгән, тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Әле бер нисә ауыл халҡына бында квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтелә. Амбулатория хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, хәҙер улар эшкә ҙур теләк менән килә: йылы ла, уңайлы ла. Физкабинет, көндөҙгө стационар эшләй.
Сәлиә Мырҙабаева Әбйәлил үҙәк район дауаханаһы коллективы менән дә осрашты. Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта депутат Рәсәйҙә һаулыҡ һаҡлауҙы яңыртыу программаһының тормошҡа ашырылыуы, махсус ярҙам күрһәтеүҙе камиллаштырыу буйынса ҡайһы бер башланғыстар хаҡында һөйләне. Йыйылыштың аҙағында Сәлиә Мырҙабаева Әбйәлил районы табиптарына Рәхмәт хаттары тапшырҙы һәм һайлаған һөнәрҙәренә тоғролоҡ өсөн барыһына ла рәхмәт белдерҙе.