Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына миҙал тапшырылды
Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов ветеран Ғәйзулла Мөхәмәт улы Әблүзинды «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 80 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләне.
Азамат Иҙрисов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Ғәйзулла Мөхәмәт улының ун ете йәшендә үҙ теләге менән фронтҡа китеүе хаҡында яҙып сыҡты. Яу яланында ул бик күп ауырлыҡтарҙы йырып сығырға тура килә, шулай ҙа яҡты киләсәккә ышанысын һәм оптимизмын юғалтмай.
«Хатта олпат йәшендә лә ул әүҙем, ҡыҙыҡһыныусан, аралашыусан булып ҡала. Әлеге ваҡытта Темәс ауылында яҡындарының һөйөүенә һәм хәстәрлегенә сорналып йәшәй. Был миҙал – награда ғына түгел, ә уның батырлығына, Бөйөк Еңеүгә индергән баһалап бөткөһөҙ өлөшөнә, бөгөнгө тормошобоҙға тәрән ихтирам символы., Ғәйзулла Мөхәмәт улы, һеҙҙе ихлас ҡотлайым! Ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы һәм оҙон ғүмер теләйем. Еңеү, тыныс күк йөҙө өсөн рәхмәт», — тип яҙа Азамат Иҙрисов.