Республикала туберкулездан үлем осраҡтары 13% кәмегән25.03.2025
Фото: Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы

Республикала туберкулездан үлем осраҡтары 13% кәмегән

24 мартта Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө билдәләнә. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, былтыр республикала туберкулездың әүҙем формаһы менән сирләгән 2411 пациент иҫәпләнгән, шуларҙың 1251-ендә йоғошло ауырыу тәүге тапҡыр асыҡланған.


Һуңғы өс йылда сирлеләр 1000 кешегә кәмегән. Шул уҡ осорҙа табиптар туберкулездан үлем осраҡтарын 13,4% кәметеүгә өлгәшкән.


Республикала туберкулёз проблемалары менән Республика клиник фтизиопульмонология үҙәге шөғөлләнә, уның составында йәмғеһе 10 филиал бар. Үҙәктә заманса фәнни технологиялар һәм инновацион ысулдар ҡулланыла, шул иҫәптән юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтелә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.


Хәбәр иткәнебеҙсә, Өфөлә туберкулёзға ҡаршы диспансерҙың төҙөкләндерелгән балалар бүлексәһе асылды.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-03-24/v-bashkirii-smertnost-ot-tuberkulyoza-sokratilas-na-13-4170287


 



Вернуться назад