Республикала йылы һауа торошо һаҡлана25.03.2025
Фото: Ксения Калинина

Республикала йылы һауа торошо һаҡлана

Башҡортостанда аномаль йылы һауа торошо һаҡлана. Был хаҡта Башгидрометтан хәбәр иттеләр.


Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, республикала марттың икенсе декадаһы аномаль йылы, ғәҙәттәгенән 7° юғары булды. Алдағы көндәрҙә республика биләмәһендә юғары температура режимы һаҡлана. Уртаса һауа температураһы норманан 4-5° юғары була. Һауа температураһының төндә +1, -4°, көндөҙ +7, +12° тиклем күтәрелеүе көтөлә. Уртаса тәүлек температураһының йәнә ыңғай яҡҡа үҙгәреүе фаразлана, был иһә быйыл метеорологик яҙҙың башланыуын билдәләй. Антициклон өлкәһендә республикала яуым-төшөм көтөлмәй.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-03-25/v-bashkirii-sohranitsya-anomalno-teplaya-pogoda-4170586



Вернуться назад