Башҡортостанда яңы эш аҙнаһы өс көнлөк ял менән тамамлана
Башҡортостанда яңы эш аҙнаһы Ураҙа байрамы уңайынан өс көнлөк ял менән тамамлана. Өҫтәмә ял март айының һуңғы көнөнә тура килә. Быйыл Ураҙа ғәйете 30 мартта билдәләнә. Шуға бәйле ял көнө 31 мартҡа күсерелә.
Ураҙа байрамын донъя мосолмандары 30 көнлөк ураҙа тамамланғас, изге Рамаҙан айының аҙағында билдәләнә.
Бынан алдараҡ «Башинформ» 2025 йылда Башҡортостанда Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдарын билдәләү көндәре тураһында хәбәр иткәйне.