Оҙаҡ йәшәүҙең сере — эш яратыуҙа20.06.2012
Башҡортостанда, Рәсәй Президенты Указына ярашлы, 90 йәшлек һәм унан олораҡ һуғыш ветерандарына, тыл эшсәндәренә ҡотлауҙар еткерелә. Өфөлә бүләкте тәүгеләрҙән булып Михаил Давыдович Соломонов алды.

Ошо көндәрҙә уға 100 йәш тулды. Юбилярҙы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев һәм Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш федераль инспектор Петр Капишников ҡотланы.
Михаил Давыдович — Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды, Петропавловскиҙа тыуған. Көнбайыш фронтта икенсе удар армияла һуғыша, Севастополде обороналауҙа ҡатнаша. Ҡаһарманлығы өсөн Михаил Соломонов орден, миҙалдар менән бүләкләнгән.
Ветеран әйтеүенсә, оҙаҡ йәшәүҙең сере — хеҙмәт һөйөүҙә, тырышлыҡта. Һуғыштан һуң Эске эштәр министрлығы органдарында эшләгән, ҙур заводтағы именлек хеҙмәтенә етәкселек иткән. Пенсияға Михаил Давыдович 93 йәшендә генә сыҡҡан.
— Атайым бер ваҡытта ла тәмәке тартманы, араҡы эсмәне. Физик хеҙмәт менән шөғөлләнде. Сәләмәт тормош һәм яҡшы кәйеф йәшәүгә дәрт бирәлер, моғайын, — ти юбилярҙың улы.
Петр Капишников һәм Константин Толкачев ветеран менән аралашты, Соломоновтар ғаиләһендәге проблемалар менән ҡыҙыҡһынды. Ҡунаҡтар юбилярға ныҡлы һаулыҡ теләне, бүләктәр тапшырҙы.
Яҡын арала Башҡортостанда 90 йәшлек һәм унан олораҡ тағы ла 106 кешене ҡотлау күҙаллана. Әле республикала 100 йәшен тултырған 220-гә яҡын аҡһаҡал һәм ил инәһе бар.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад