Рәсәй мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин ураҙаның рухи әһәмиәте хаҡында һөйләне21.03.2025
Фото: Олег Яровиков

Рәсәй мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин ураҙаның рухи әһәмиәте хаҡында һөйләне

Мосолмандар изге Рамаҙан айының иң мөһим һәм әһәмиәтле осорона — өсөнсө ун көнлөккә аяҡ баҫты. Ошо уңайҙан Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты мөфтөйө Тәлғәт Тажетдинов ураҙаның рухи әһәмиәте хаҡында һөйләне.


— Тәлғәт хәҙрәт, үҙегеҙ нисә йәштән ураҙа тота башланығыҙ?


— Тәүге тапҡыр ураҙаны 14 йәшемдә тоттом. Инде хәҙер 63 йыл була. Изге ғәмәлде мотлаҡ ҡалдырмаҫҡа тырыштым. Атайым яғынан Шәрифә өләсәйем 93 йәшендә вафат булды, ул ғүмер баҡый ураҙа тотто. Аслыҡ ваҡытында ла, ураҡ өҫтөндә лә, совет осоронда ла намаҙын, фарыз ураҙаһын ҡалдырмаған.


— Бөгөн ураҙаны күберәк ир-егеттәр тотамы, әллә ҡатын-ҡыҙҙармы? 


— Аллаһ тәғәлә әйтә: «Йәә әййүһәл-ләҙиинә әәмәнүү күтибә ғәләйкүмүс-сыйәәмү кәмәә күтибә ғәләлләҙиинә миң ҡабликүм ләғәлләкүм тәттәҡүүн» – «Эй, мөьминдәр, элекке замандағы мөьминдәргә фарыз  ҡылынған кеүек, тәҡүәлелегеҙ артһын өсөн, Рамаҙанда ураҙа тотоу һеҙгә лә фарыз ҡылынды» («Бәҡара» сүрәһенең 183-сө аяты). Был Ҡөрьән кәримдә генә түгел, әүәлге изге китаптарҙың барыһында ла шулай яҙылған. Раббығыҙға ғибәҙәт ҡылығыҙ, моғайын, һеҙ тәҡүәлеләрҙән булырһығыҙ, тиелә. Йәғни бәлиғ булыу йәшенә еткән һәр кеше ураҙа тоторға бурыслы, ул беҙгә фарыз ғәмәл итеп бирелгән. Ҡатын-ҡыҙ тик күрем күргән ваҡытта, бала табырға әҙерләнгәндә һәм тапҡандан һуң ғына тотмаҫҡа мөмкин. Әммә ирҙәр, һис шикһеҙ, был ғәмәлде үтәргә тейеш. Ул бит Аллаһ тәғәләнең һынауы. Рамаҙан айының рухи әһәмиәтен һанап бөтөрөү мөмкин түгел. Был айҙа татыулыҡҡа, тәүбә ҡылырға, үткәнеңде байҡарға, киләсәккә өмөттәр бағлауға өйрәнәбеҙ.

Фото: Олег Яровиков

— Һуңғы ваҡытта кешеләр ярыша-ярыша, тигәндәй, ифтар мәжлестәре фотолары менән интернетта уртаҡлаша. Бының бер ниндәй ҙә хилафлығы юҡмы?


— Фотоға төшөрһөндәр. Бының ниндәй зыяны бар. Мәҫәлән, беҙ ошо көндәрҙә Өфө районының Шамонин ауылында ифтар мәжлесендә булдыҡ. Мәсет тау башында шундай йәмле булып балҡып ултыра. Шуныһы ҡыуандырҙы, ҡунаҡтарҙың өстән бер өлөшө балалар, улар сабышып уйнай. Мосолмандар тәмле былау бешереп, намаҙҙар уҡып, ауыҙ асты. Һуңынан мөнәжәттәр әйтеп, доғалар ҡылдылар. Ә ифтарҙан һуң барыһы ла тәрәүих намаҙы уҡырға ҡалды, балалар ҙа ситтә ҡалманы. Ә был тәрәүих төнгө намаҙ менән бергә бер сәғәт самаһы дауам итә.


— Мөхәммәт пәйғәмбәр ураҙаны нисек тотҡан, хәҙрәт?


— Пәйғәмбәребеҙ саллалаһу ғәләйһиссәләмгә 40 йәш булғанда ергә Ҡөрьән аяттары ебәрелә башлай. Ә ураҙа тотоу фарызлығы Һижрәттән һуң билдәләнә. Тәүге йылдарҙа мосолмандар тәүлегенә бер тапҡыр ғына ашай. Бынан тыш, ир-егеттәргә ҡатыны менән бергә йоҡлау тыйыла. Бөгөн иһә таң атҡандан алып ҡояш байығанға тиклем ураҙа тотабыҙ. Быйыл православныйҙар өсөн Бөйөк пост Рамаҙан айына бер ваҡытҡа тура килде. Ураҙанан айырмалы рәүештә, унда ашарға ла, һыу эсергә лә ярай, ҡайһы бер ризыҡтарҙан ғына баш тартыу ҡушылған. Ә ислам динендә бер нимә лә ярамай, хатта ҡом ашаһаң да, ураҙаң боҙола. Ауыҙ асҡандан һуң, тәүлектең ҡалған ун сәғәтендә ашау тыйылмай. Рамаҙан — ул иманды нығытыу, рухи яҡтан таҙарыныу айы. Ураҙа мөбәрәк булһын, уны тотмағандарға тоторға яҙһын, тотҡандарға сауабына ирешергә насип булһын!


Бынан алда «Башинформ» Өфөлә МХО яугирҙары именлегенә йәштәр ифтары ойошторолоуы хаҡында яҙғайны.

Фото: Олег Яровиков


Вернуться назад