Башҡортостан Башлығы «Хәүефһеҙ интернет лигаһы» директоры менән осрашты
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Хәүефһеҙ интернет лигаһы» директоры Екатерина мизулина менән осрашты. Республика етәксеһе үҙенең телеграм-каналында билдәләүенсә, Екатерина Мизулина – ысын көрәшсе, уның үҙ фронт һыҙығы – интернет һәм социаль селтәрҙәре бар.
«Социаль селтәрҙәр бик яҡшы, әлбиттә, шул уҡ ваҡытта уның зыяны ла бар. Унда деструктив контент, ялған мәғлүмәттәр, мутлашыусылар күп. Екатеринаның һәм уның командаһының төп бурысы – ошондай күренештәрҙе асыҡлау һәм язаға тарттырыу», – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Өфөгә «Хәүефһеҙ интернет лигаһы» директоры Екатерина Мизулинаның килеүе тураһында хәбәр иткәйне.