Өфөлә йәшәүселәргә балалар лагерына юллама алыу тәртибен иҫкә төшөрҙөләр
2025 йылда Өфөлә ҡала ситендәге 13 балалар учреждениеһының эше планлаштырыла , тип хәбәр итә ҡала советы сайты.
Балалар һауыҡтырыу лагерына путевка алыу өсөн ата-әсәләрҙең береһенә йәки баланың законлы вәкиленә «Ял һәм һауыҡтырыу өлкәһендәге хеҙмәттәргә мохтаж һәм улар менән файҙаланған республика балаларын һәм үҫмерҙәрен иҫәпкә алыу» дәүләт мәғлүмәт системаһының мәғлүмәт порталы аша ғариза бирергә кәрәк.
Ғариза раҫланғас лагерға шылтыратып, килешеү төҙөргә һәм аҡса түләргә кәрәк. Артабан бала уҡыған урын буйынса мәғариф идаралығына (бүлегенә) документтар тапшырырға кәрәк.
Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостанда балаларҙың йәйге ялына 3,3 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә.