Битарафлыҡ бәләһе20.06.2012
Өфөнөң Калинин районында булған ҡот осҡос ваҡиға тураһында (бер нисә йыл Рәсәйҙә законһыҙ йәшәгән Ҡаҙағстан гражданы Владимир Беляев ҡатынының һәм өс бәләкәй балаһының ғүмерен вәхшиҙәрсә өҙә) гәзиттең үткән һанында мәҡәлә донъя күргәйне инде. Әле килеп был енәйәткә полицияның битарафлығы ла булышлыҡ итеүе асыҡланды.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй тикшереү комитетының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, Татьяна Шувалова иренең ҡанһыҙлығы хаҡында алдараҡ полицияға мөрәжәғәт иткән, әммә уға ярҙам күрһәтмәгәндәр.
Тикшереүселәрҙең версияһы буйынса, ҡатын 2012 йылдың 2 февралендә Дим районының (ғаилә элек шунда йәшәгән) полиция бүлегенә мөрәжәғәт итә. Ул никахта булмаған ирен енәйәткә тарттырыуҙы һорай, сөнки В.Беляев бысаҡ менән ташланған. Был ғариза буйынса тик 16 июндә генә, ҡатын менән балаларының мәйете табылғас ҡына, енәйәт эше ҡуҙғатыла. Тикшереүселәр фекеренсә, февралдәге мөрәжәғәтте иғтибарға алмау тағы ла ҙурыраҡ фажиғәгә килтергән.
Һөҙөмтәлә бер нисә яуаплы хеҙмәткәр вазифаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Башҡортостандың эске эштәр министры Михаил Закомалдин, “Хеҙмәт тәртибен ҡаты боҙғаны өсөн” Өфөнөң Дим районы полиция бүлеге етәксеһен, уның оператив эш буйынса урынбаҫарын, тәфтишсене һәм енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрен эштән бушатҡан. Министрлыҡтың, полицияның, ҡала идаралығының бер нисә етәксеһенә ҡарата ла шундай уҡ сара күрелгән. Шуның менән бергә Тикшереү комитеты тарафынан “Битарафлыҡ” статьяһы буйынса енәйәт эше асылған.
Ф. Ҡылысбаев.


Вернуться назад