Республикала яҙғы һунар миҙгеле башлана
11 апрелдә Башҡортостанда һунар миҙгеле асыла. Ул 20 апрелгә – 11 майға тиклем дауам итә. Тулыраҡ мәғлүмәтте бында белергә мөмкин.
Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был осорҙа ҡаҙҙар (һоро ҡаҙҙан тыш), ата өйрәктәр, вальдшнептар, ата һуйырҙар һәм ҡорҙар ауларға рөхсәт ителә.
Һунарсыларҙан ғаризалар 24 марттан ҡабул ителә башлай. Документтарҙы Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша тапшырырға, пошлинаны ла түләргә мөмкин. Ғаризала һунар итеү урынын (өс зонаның береһе), тере өйрәктәр менәнме-юҡмы икәнен яҙырға кәрәк. Ауланған ҡош тураһында мәғлүмәттәрҙе һунар ваҡыты тамамланғандан һуң 20 көн эсендә ебәреү мөһим.
https://www.bashinform.ru/news/social/2025-03-21/v-bashkirii-nachnetsya-sezon-vesenney-ohoty-4166670