Ял көндәрендә республикала епшек ҡар, боҙлауыҡ һәм көслө ел фаразлана
Алдағы өс көндә Башҡортостанда епшек ҡар, боҙлауыҡ, көслө ел фаразлана. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, йома, 21 мартта, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +1, +6°.
Шәмбе, 22 мартта, урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуыуы, төньяҡтан айырым райондарҙа боҙлауыҡ, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы фаразлана. Ел көнбайыштан, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -3, -8°, көндөҙ 0, +5°.
Йәкшәмбе, 23 мартта, төндә урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуыуы көтөлә, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ. Ел көнбайыштан, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -3, -8°, аяҙытҡанда -13° тиклем, көндөҙ +1, +6°.
Бынан алдараҡ Башҡортостанда тәүлек эсендә һыу баҫыу тураһында 14 хәбәр килде.