Республикала өмә көндәре билдәле булды
Башҡортостанда йәшәүселәр яҙғы һәм көҙгө «Йәшел Башҡортостан» акциялары барышында «Йәшел Рәсәй» Бөтә Рәсәй экологик өмәһендә ҡатнаша. Республика хөкүмәте бойороғонан күренеүенсә, 2025 йылдың 29 мартынан 10 майына һәм 30 авгусынан 4 октябренә тиклем дөйөм өмәләр ойошторола. 12, 19 һәм 26 апрель, шулай уҡ 20 һәм 27 сентябрь берҙәм өмә көндәре тип иғлан ителде.
Бынан тыш, 19 апрелдән 10 майға ҡәҙәр «Йәшел Башҡортостан» акцияһы үткәрелә. Берҙәм көн – 26 апрель. Көҙгө акция иһә 20 сентябрҙән 4 октябргәсә уҙғарыла. Берҙәм көн – 27 сентябрь. Республика һәм муниципаль власть органдарына өмә ойоштороуҙы тәьмин итергә ҡушылған. Ҡала һәм район хакимиәттәренә «Йәшел Башҡортостан» акцияларын координациялау бурысы йөкмәтелгән.