Өфөлә өсөнсө «Китап байрамы» Еңеүҙең 80 йыллығына һәм МХО геройҙарына арнала20.03.2025
Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» агентлығы архивы

Өфөлә өсөнсө «Китап байрамы» Еңеүҙең 80 йыллығына һәм МХО геройҙарына арнала

Быйыл 23-25 майҙа Өфөнөң Совет майҙанында йәнә «Китап байрамы» ойошторола. Был юлы фестиваль программаһы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына һәм МХО геройҙарына бағышлана, тип яуап бирҙе Радий Хәбиров «Ирҙәрсә һөйләшеү» республика профилле сменаһында ҡатнашыусының һорауына. Сағыу байрамға әүерелгән «Китап байрамы» өсөнсө тапҡыр үткәрелә.

«Ә 29 майҙан 1 июнгә тиклем беҙ «Әйҙә уйнарға» фестивален ойошторабыҙ. Шулай уҡ быйыл йәй Совет майҙаны «Геройҙар дәүере» патриотик йыр фестивален уҙғарыу урынына әүерелә, көҙ көнө барыһын да «Көҙ романтикаһы» классик йыр фестивалендә көтәбеҙ», – тине Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-03-20/tretiy-kitap-bayram-v-ufe-posvyatyat-80-letiyu-pobedy-i-geroyam-svo-4165129



Вернуться назад