Башҡортостан хөкүмәте вице-премьерҙарына яңы бурыстар йөкмәтелде
Башҡортостан Башлығының 2025 йылдың 12 февралендәге республика хөкүмәтендәге бурыстарҙы бүлеү тураһында бойороғона үҙгәрештәр индерелде. 18 марттағы яңы бойороҡ тексынан күренеүенсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитеты эшмәкәрлеге өсөн яуаплы. Бынан тыш, ул республиканың финанс, йәштәр сәйәсәте (быға тиклем – дәүләт комитеты) министрлыҡтары, матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы эшмәкәрлеген контролдә тота.
Хөкүмәттең беренсе вице-премьеры Урал Килсенбаевҡа «Атайсал» проектын алып барыу һәм Евразия күсмә цивилизациялар музейын булдырыу эше лә йөкмәтелде. Бынан тыш, ул республика мәктәптәрен капиталь ремонтлау эшен координацияларға һәм контролдә тоторға тейеш.
Беренсе вице-премьер Рөстәм Моратов Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы эшмәкәрлеге өсөн яуап бирә (быға тиклем ошо эш менән вице-премьер Рөстәм Ғәзизов шөғөлләнде).
Хөкүмәт премьер-министр урынбаҫары – хөкүмәт аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов үҙ бурыстарынан тыш, «Кешеләр өсөн дәүләт» федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә дәүләт идара итеүенә клиенттарға йүнәлтелгән алым индереүҙе ойошторорға тейеш.
Вице-премьер һәм спорт министры Руслан Хәбибов миграция сәйәсәтен камиллаштырыу мәсьәләләре менән дә шөғөлләнә.
Башҡортостан вице-премьеры һәм сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев «Алға» махсус иҡтисади биләмәһен үҫтереү эшен координациялай.
Бынан алдараҡ Башинформ республиканың йәштәр хөкүмәте составы тураһында яҙғайны.