Республикала тәбиғәт ғәрәсәттәренән зыян күргәндәргә матди ярҙам суммаһы ике тапҡырға арттырылды
Башҡортостанда ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға матди ярҙам күрһәтеү тәртибе тураһында положение үҙгәртелде. «Башинформ» ҡарамағындағы документтың яңы редакцияһына ярашлы, тәбиғәт афәттәре һөҙөмтәһендә зыян күргән йорт хужаларына түләүҙәр күләме 5000 һумдан 10 000 һумға тиклем арта.
Бынан тыш, яңы ҡағиҙәләр буйынса янғындан зыян күргән йорт хужаларына 5000 һумлыҡ матди ярҙам элекке кеүек ғаиләгә түгел, ә һәр милексенең өлөшөнә пропорциональ рәүештә бүленә.
Бынан алдараҡ «Башинформ» ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған осраҡҡа ниндәй әйберҙәрҙе әҙерләп ҡуйырға кәрәклеге тураһында яҙғайны.