Алдағы өс көндә Башҡортостанда әллә ни яуым төшөм көтөлмәй
Алдағы өс көндә Башҡортостанда әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, кесаҙна, 20 мартта, урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуыуы ихтимал. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +1, +6° була.
Йома һәм шәмбе, 21 һәм 22 мартта, урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуыуы көтөлә. Ел көнбайыштан, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -2, -7°, аяҙытҡанда -12°, көндөҙ 0, +5°.
Хәбәр иткәнебеҙсә, Ғафури районында көслө ташҡын арҡаһында йорттарҙы һүтә башлағандар.